Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Май 2023, 15:43

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте

Бөгөн республикабыҙҙа халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акциялары үтә. Белореттар был саранан ситтә ҡалманы.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте

Тәүге йәш шыршылар Ленин урамындағы скверҙа, былтыр ултыртылған шыршылар янынан урын алды. Белореттар тарафынан ултыртылған шыршыларҙың һәр береһе янына Белорет районы һәм ҡалаһынан сыҡҡан билдәле  шәхестәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған табличкалар ҡуйылды. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, металлургтар, төҙөүселәр, билдәле йырсылар, рәссамдар, яҙыусылар, артистар, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, етәкселәр, спортсмендар бар. «Хәтер баҡсаһы»нда урын алған  һәр табличкаға GR-код беркетелгән һәм был  шәхес тураһында мәғлүмәт яҙылған.

 “Йәшел Башҡортостан” акцияһы тағы ла бер нис майҙансыҡта гөрләне. Ленин һәм Крупская урамдары киҫелешендәге скейтмайҙансығында ла 10 йәш шыршы ултыртылды. Ҡала пляжында алма һәм груша ағастары бер нисә йылдан гөрләп сәскә атасаҡ. Йәш үҫентеләрҙе ултыртыуҙа Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала-район учреждениелары етәкселәре, ирекмәндәр һәм яҡындары ҡатнашты.

Йәшел акция райондың ауылдарында ла үтә. Маныштыла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килде. Үткәлдә профессор, фән кандидат Сәмсинур Шакирова (Йомағужина) исемендәге аллеяға үҫентеләр ултыртылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: