Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Май 2023, 15:36

Янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 

Янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды
Янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды

Был хаҡта хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

«Урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ошо режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ», - тине Фәрит Ғүмәров.

Уҙған аҙнала республиканың Белорет районында бер урман янғыны сыҡҡан. Ут 3,2 гектар майҙанды ялмап алған. Бынан тыш, бөтәһе 9,8 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 14 осрағы теркәлгән. Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: