-14 °С
Болотло
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Асҡын, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Фёдоровка, Саҡмағош, Шишмә райондарында 3-сө класс һаҡлана.
Архангел һәм Яңауыл райондарында — 4-се класлы, Дүртөйлө һәм Илеш райондарында 5-се класлы янғын хәүефе бар.
Кисә, 21 майҙа, Башҡортостанда кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Белорет районының Абҙаҡ ауылы янындағы урманда ҡоро үлән яна тигән хәбәр килгән, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.