Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Июнь 2023, 15:42

Ике сәғәттә – ике мең ҡарышлауыҡ...

Ебәк һәм энәлек күбәләге 11-12 йылға бер тапҡыр ныҡ үрсей. Ҡаланың Йәш натуралистар станцияһында шөғөлләнгән уҡыусылар һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркы дуҫтары болон һәм энәлек күбәләге ҡарышлауыҡтарын йыйырға сыҡты.

Ике сәғәттә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәттә – ике мең ҡарышлауыҡ...

Был бөжәктәр айырыуса Бикре быуаһы эргәһендәге урманда күбәйеүе йәш экологтарҙы хәүефләндергән. Уҡыусыларҙың һанауы буйынса, бер квадрат метр майҙанға 50 ҡарышлауыҡ тура килгән. Муйыл, миләштәрҙең ағастарын 90 процентҡа ашап бөткәндәр. Ике сәғәт эсендә йәмғеһе ике мең ҡарышлауыҡ йыйыуға өлгәшкәндәр.

 – Йәш экологтар урманды ҡаршылауыҡтан ҡотҡарыуҙан тыш, күҙгә ташланып ятҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын да йыйҙы. Йәмғеһе 20 килограмм сүп йыйҙыҡ. Бындай өмәләр артабан да дауам итәсәк. Йәйгеһен беҙҙең үҙәк эштән туҡтамай, балалар килә, төрлө эштәр менән шөғөлләнә, –  ти Йәш натуралистар станцияһы методисы Айгөл Әхмәҙина.

Бына шулай файҙалы эш башҡарған йәш экологтар. Һеҙҙең яҡта ошондай ҡаршылауыҡтар бармы? Булһа, нисек көрәшәһегеҙ,был хаҡта  яҙып ебәрегеҙ.

Фото: Йәш натуралистар станцияһы.

.

 





 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: