Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Июль 2023, 11:51

Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Башҡортостанға аномаль эҫе көндәр килде. 

Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?
Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Әле республика антициклон үҙәгендә, шуға күрә алдағы көндәрҙә һауа температураһы +39, +40 градусҡа тиклем күтәрелә.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙна уртаһында температураның ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Шаршамбы, 12 июлдә, көн болотло була һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +20 градусҡаса күтәрелергә мөмкин.

Кесе йома, 13 июлдә, көндөҙ +24, ә төндә 18 градус. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Йома, 14 июлдә, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын һәм ямғыр яуыуын вәғәҙәләй. Көндөҙ +22, төндә  +15 градус.

Ял көндәрендә, 15 һәм 16 июлдә, һауа температураһының көндөҙ +25, +26, төндә +17, +18 градус булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-10/sinoptiki-rasskazali-kogda-spadet-anomalnaya-zhara-v-bashkirii-3333332

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: