Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Июль 2023, 15:36

Район биләмәһендә дүрт янғын теркәлгән

Район территорияһында дүрт урман янрғына теркәлгән: икәүһе – Үҙән участка урмансылығы биләмәһендә, берәүһе – Тирлән, икенсеһе Туҡан урмансылығында.  

Район биләмәһендә дүрт янғын теркәлгән
Район биләмәһендә дүрт янғын теркәлгән

Ҡатмарлы хәл торошо Үҙән участка урмансылығында һаҡлана. Янғын 45 гектар майҙанды тәшкил итә. Янғын сәбәбе  -  янғын заряды.

Белорет районына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө килде. Тирлән, Үрге Әүжән, Инйәр һәм Белореттан янғын техникаһы йәлеп ителгән.
Үҙән ауылы янындағы янғынды һүндереү өсөн 13 берәмек техника, шул иҫәптән вертолет һәм бульдозер, 45 кеше эшләй. Бынан тыш,  33 ҡотҡарыусынан торған аэромобиль төркөм һәм ирекмәндәр  ярҙам итә.
Вертолет  Үҙән һыуһаҡлағысынан һыу алып урманға һиптерә.. 200 тонна һыу “ырғытылған”. Урман ситтәре һөрөлә. Тораҡ пункттарға хәүеф янамай.

Үҙәндә штаб булдырылған һәм һорауҙар, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса ла, хәл ителә. Үҙән мәктәбендә йылы аш ойошторолған.  

Башҡортостанда янғын ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Урманда усаҡ яғыу тыйыла.


Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: