Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Июль 2023, 14:30

Янғындарҙың барыһы ла һүндерелгән

Республикалағы урман янғындарының барыһы ла һүндерелгән.

Янғындарҙың барыһы ла һүндерелгән
Янғындарҙың барыһы ла һүндерелгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәбиғәткә ут килтергән зыян ҙур, уның ҡарауы тораҡ пункттарға зыян килмәгән, һәләк булыусылар юҡ.

Әүжән урмансылығында (Үҙән ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта) 1664,5 гектар майҙанда, ошо уҡ урмансылыҡта (Шығай ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта) 312,3 гектар майҙанда, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында 77 гектар майҙанда ут тулыһынса һүндерелгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: