Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Август 2023, 23:56

"Сәскә ат, минең комбинатым"!

Белорет металлургия комбинатында "Мечел" тѳркѳмѳнѳң 20 йыллығына арналған "Сәскә ат, минең комбинатым"! тигән конкурс тамамланды. Сәскәләр һәм йәшел үҫентеләрҙе үҫтереү буйынса ярышта комбинаттың барлыҡ подразделениелары һәм цехтары коллективтары ҡатнашты.

"Сәскә ат, минең комбинатым"!
"Сәскә ат, минең комбинатым"!

Конкурс май башынан алып июль аҙағына тиклем барҙы. Баһалау комиссияһы һәр коллективтың эшен, башҡарыу оҫталығын, клумбаларҙың дизайнын, фантазияһын, сәскәләр һәм үҫентеләр тѳрлѳлѳгѳн, уларҙың тѳрлѳ йәнлектәр менән биҙәлеүен ентекләп ҡараны.

Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнде. "Юбилейың менән, "Мечел"!" номинацияһында 10-сы цех еңеү яуланы. Цех эшселәре бик матур артобъект тѳҙѳгән. Күңелгә ятышлы бәләкәй күпер янындағы сәскәләр араһында компания талисманы - кѳләс мечел һүрәтләнгән. "Сәскә ат, минең комбинатым" номинацияһында прокат цехы еңеүсе тип табылды. Цех янындағы клумбаларҙа сәскәләрҙең тѳрлѳлѳгѳ һоҡландырып, әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тарта. Хатта прокат цехы эшселәре сейә ҡыуаҡтары ла килтереп ултыртҡан. "Иң яҡшы ландшафт дизайны" номинацияһында энергоресурстар менән тәьмин итеү хеҙмәте лайыҡлы билдәләнде. Уларҙың "йәшел утрауында" тѳрлѳ сәскәләр, ҡыуаҡлыҡтар араһында ҡуян, тейен, аҡыллы ѳкѳ лә бар. "Иң матур клумба" номинацияһында еңеүҙе 11-се тимер сым етештереү цехы яуланы.

Еңеүселәрҙең барыһына ла Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан эшселәр, комбинаттың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре был матур конкурс менән бик ҡәнәғәт ҡалды һәм киләһе йылда ла комбинат территорияһында ошондай матур саралар үткәрәсәкбеҙ, тигән фекергә килделәр.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: