Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2023, 13:44

Урман янғындары ғәйепләнеүселәренә 2 миллион һум штраф

«Башинформ» агентлығына республиканың урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып урман фонды биләмәһендә 133 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 53-ө халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡҡан.

Урман янғындары ғәйепләнеүселәренә 2 миллион һум штраф
Урман янғындары ғәйепләнеүселәренә 2 миллион һум штраф

"Урмандарҙағы ауыр янғын хәүефе менән бәйле урман янғындарының сәбәптәрен тикшереү мөһим эш йүнәлеше булып тора, — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. – Ағымдағы датаға ҡарата, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса дәүләт урман инспекторҙары 17 урман янғыны буйынса 16 ғәйепле кешене асыҡлаған. 8 кешегә ҡарата һәр береһенә 50 мең һум күләмендә административ штраф һалынған. Дөйөм алғанда Бөрйән һәм Хәйбулла урман биләмәһендә янғындар сығыуҙа ғәйеплеләргә 2 миллион һум административ штраф һалынған.

Шулай уҡ Учалы, Өфө һәм Инйәр урмандарында сыҡҡан янғындар өсөн кешеләргә 40, 60 һәм 100 мең һум күләмендә штраф һалынған. Өс урман янғыны буйынса Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  республика  буйынса баш идаралығы органдары тарафынан енәйәт эштәре ҡуҙғатылған".

Беренсе ярты йыллыҡта булған янғындар һөҙөмтәһендә урмандарға һәм уларҙағы тәбиғәт объекттарына яҡынса зыян 10,424 миллион һум (29 урман янғыны буйынса), һүндереүгә сығымдар 3,485 миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ ағымдағы йылда урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 53 осрағы асыҡланған, административ штрафтарҙың дөйөм суммаһы — 3465 мең һум. 12 хоҡуҡ боҙоусы «иҫкәртеү» рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: