Дәүләт комитеты ҡырағай хайуандар менән осрашыу тәртибе ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә:
* Хайуандарға яҡын бармағыҙ. Шау-шыулы хәрәкәт итегеҙ - хайуан ҡасыр.
* Әгәр тап булһағыҙ, хайуанға китергә мөмкинлек бирегеҙ.
* Ҡасмағыҙ, арҡағыҙ менән әйләнмәгеҙ.
* Күҙҙәренә ҡарамағыҙ. Әммә күҙҙән дә ысҡындырмағыҙ. Уның башына йәки күкрәгенә, арҡаһына йәки ҡабырғаһына ҡарағыҙ.
* Киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. Хайуан һеҙҙе ҡурҡыныс тип һанамаһын өсөн, тыныс ҡалығыҙ. Һәм һаҡ ҡына артҡа сигенегеҙ.
* Яҡын бармағыҙ, теймәгеҙ. Һаҡ булығыҙ, ул һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтыр тип өмөтләнеп, унан ситкә тайпылығыҙ.
* Яраланған хайуандар менән бик һаҡ булығыҙ. Улар көсһөҙөрәк, шуға күрә хәүефлерәк була.
* Балаларынан алыҫ тороғоҙ. Хайуандар, ғәҙәттә, үҙ тоҡомдарын һаҡлай, шуға күрә, әгәр һеҙ балаларына яҡынлашһағыҙ, һөжүм итәсәк.
Фото: ru.wallpaper.mob.org