Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Август 2023, 16:25

Министрлыҡ янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 18 августа хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында иҫкәртә.

Министрлыҡ янғын хәүефе тураһында иҫкәртә
Министрлыҡ янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Мәҫәлән, республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана. «Башинформ» агентлығына ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан төндә секундына 0-5 метр, көндөҙ секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +28, +33°.

Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: