Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2023, 00:15

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте

Бөгөн тотош республикала дөйөм өмә һәм ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте
"Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте

Ҡала-район халҡы ла акцияға дәррәү ҡушылды. Ҡала-район хакимиәте бинаһы янындағы Ленин скверында 32 йәш шыршы ултыртылды. Тағы ла 8 шыршы “Металлург” стадионынан урын алды.

Билдәле яҡташтарыбыҙ исеменә ултыртылған шыршыларҙы уларҙың туғандары, студенттар, уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәр ултыртты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: