Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Апрель , 15:56

Ҡалабыҙ тағы ла матурайһын, йәшелләнһен, үҫһен!

27 апрелдә Белоретта, бөтә Башҡортостанда кеүек үк, "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтәсәк.

Ҡалабыҙ тағы ла матурайһын, йәшелләнһен, үҫһен!
Ҡалабыҙ тағы ла матурайһын, йәшелләнһен, үҫһен!

Белоретта алма һәм груша ағастарын ҡала пляжында, Киров урамында (Карл Маркс урамынан Октябрҙең 50 йыллығына тиклемге өлөшөндә) ултыртыу планлаштырыла.

Теләгән һәр кем акцияла ҡатнаша һәм үҙ ағасын ултырта ала.

Бөтәбеҙ бергә республиканы йәшелләндерербеҙ!

Акцияның ҡасан башланыуы тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: