Уның һүҙҙәренсә, әлеге осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә һәм башҡалар).
«Бер үк ваҡытта янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта», — тип билдәләне Марат Латипов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
«27 апрелдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ. Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ бар, әҙерләнәйек», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штрафтар түбәндәгесә:
граждандарға — 10-20 мең һум;
вазифа биләүселәргә — 30-60 мең һум;
юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыусыларға — 60-80 мең һум;
юридик шәхестәргә — 400-800 мең һум.