Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Май , 14:52

Янғын хәүефе янаған райондары билдәле булды

Башҡортостандың янғын хәүефе янаған райондары билдәләнде, улар Урал аръяғының урман зонаһында урынлашҡан. Атап әйткәндә, Белорет һәм Әбйәлил райондары. Был турала «Башинформ» агентлығында йәйге миҙгелгә әҙерләнеүгә арналған матбуғат конференцияһында белдерҙеләр.

Янғын хәүефе янаған райондары билдәле булды
Янғын хәүефе янаған райондары билдәле булды

Мартта тикшереү үткәрелгәндән һуң республика янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙер тип танылды. Уттың тиҙ таралыу хәүефенә бәйле айырыуса иғтибар талап иткән 186 ауыл билдәләнде.

Уҙған миҙгелдә Башҡортостанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү буйынса өс енәйәт эше һәм 2 меңдән ашыу административ эш ҡуҙғатылған. Сүп-сар яндырған туристар, балыҡсылар, хатта участка хужалары закон боҙоусылар булып иҫәпләнә, тип билдәләне Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов.

- Сәбәптәре һәр саҡ асыҡлана. Ғәйеплеләрҙе табабыҙ. Ҡаралтылар янған осраҡта енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн зыян күләме 200 мең һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш, - тине спикер. - Әгәр күршегеҙҙең йәки яллаған эшсегеҙҙең ғәйебе буйынса зыян килтерелһә, суд тәртибендә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Хәүеф артыуға бәйле штрафтар ҙа арта. Уҙған миҙгелдә бөтәһе 10 миллион һум штраф һалынған.

Башҡортостанда июль аҙағы, август янғын буйынса хәүефле айҙар тип иҫәпләнә.

Автор:
Читайте нас: