Сенаторҙар апрелдә "Ҡулланыштағы өҫтәмә продукттар менән эш итеү талаптарын үтәмәгән өсөн" административ яуаплылыҡ тураһындағы законды хупланы.
Әйтергә кәрәк, "малсылыҡтың өҫтәмә продукттары" тип ауыл хужалығы малын тотоу ваҡытында барлыҡҡа килгән тиреҫ, тиҙәк, аҫтына һалына торған түшәмә, мал тотоу урынында барлыҡҡа килгән шыйыҡсалар иҫәпләнә.
3 майҙа тиреҫ һәм тиҙәкте һаҡлау, ташыу, эшкәртеү, һатыу талаптарын үтәмәгән өсөн штраф һалыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Штраф күләме вазифа биләүселәр өсөн - 30-40 мең һум, шәхси эшҡыуарҙар өсөн - 50-60 мең, юридик шәхестәр өсөн 250-350 мең һум ҡаралған. Шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатырға мөмкиндәр.
Йыл дауамында ҡабат тәртип боҙған вазифалы кешеләргә - 40-50 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға - 60-70 мең, юридик шәхестәргә 350-450 мең һум штраф һалыныуы мөмкин. Әгәр тиреҫ һәм тиҙәкте дөрөҫ һаҡламау, эшкәртеү һәм ташыу кешеләрҙең һаулығына йәки тирә-яҡ мөхиткә зыян һалһа, эпидемияға йәки эпизоотияға (мал араһында йоғошло ауырыуҙың киң таралыуына) килтерһә, штрафтар күләме тағы ла ҙурыраҡ. Вазифалы шәхестәр өсөн - 50 меңдән 60 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға - 80 меңдән 90 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн 500 меңдән 600 мең һумға тиклем штраф ҡарала. Һуңғы икәүһе өсөн 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡурҡынысы янай.
Шулай уҡ Роспотребнадзор малды ташыу, күсереү ҡағиҙәләрен йәки малсылыҡ продукттарын әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле эштәрҙе ҡарай.