Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Июнь , 20:10

Ҡот осҡос ғәрәсәт...

Башҡортостандың күп район-ауылдарында тәбиғәт ғәрәсәттәре күҙәтелә. Кисә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы ямғыр яуыу сәбәпле, һыу "ҡамауы"нда ҡалыуында ҡалған ине, бөгөн Әбйәлил районында ҡот осҡос хәлдәр теркәлгән. Сиҙәм һәм Хәлил ауылдары араһында көслө ҡойон (торнадо, смерч) үткән. 

Ҡот осҡос ғәрәсәт...
Ҡот осҡос ғәрәсәт...

"Ҡурҡыныс ҡойон юғары вольтлы электр бағаналарына, тимер ҡорамалдарға һәм башҡа нәмәләргә лә зыян килтергән, хатта юлда хәрәкәт иткән "Озон" автомашинаһын ситкә алып ташлаған.

Хәлил ауылында шырпы ҙурлығындай боҙборсаҡ яуыуы, ә Мәхмүт ауылында ҡойма ямғыр үтеүе хаҡында ла хәбәр ителә социаль селтәрҙә.

Шулай уҡ Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында ла боҙборсаҡ яуып үткән. Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек?

Видео WhatsApp мессенджерынан, фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:
Читайте нас: