Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Сентябрь , 12:16

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 7 мең төп ағас ултыртыла

28 сентябрь — «Йәшел Башҡортостан» көҙгө республика экологик акцияһын үткәреүҙең берҙәм көнө.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 7 мең төп ағас ултыртыла
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 7 мең төп ағас ултыртыла

Был көндө йәмәғәт һәм ихата биләмәләрендә эре ағастар, үҫентеләр ултыртыла. Әлеге акция барышында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында өмәләр ойошторола.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл көҙ 7 меңдән ашыу эре ағас һәм 35 мең үҫенте, ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла. 52 тематик аллея булдырыла. Үҫентеләр һәм инвентарь урында бирелә.

Ағас ултыртыу ваҡыты һәм урыны, инвентарь биреү тураһында мәғлүмәт муниципалитет хакимиәттәренең рәсми сайттарында, шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урынлаштырыла.

Автор:
Читайте нас: