Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Декабрь , 15:58

Рәсәйҙең иң яҡшы унау иҫәбенә инде

Башҡортостан курорты “Моя Планета” телеканалы рейтингында Рәсәйҙең иң яҡшы 10 тау саңғыһы курорты иҫәбенә инде.

Рәсәйҙең иң яҡшы унау иҫәбенә инде
Рәсәйҙең иң яҡшы унау иҫәбенә инде

Рейтингта тәүге өс урынды, “Шерегеш” (Кемерово), “Домбай” (Ҡарасәй-Черкесс) һәм “Сорочаны” (Мәскәү өлкәһе), үҫешкән инфраструктуралы объектив курорттар биләй.

Башҡортостандан топ-10-ға “Абҙаҡ” курорты инә, ул етенсе урынды биләй.  

Телеканал матур тәбиғәтте, ылыҫлы урмандарҙы һәм таҙа һауаны, күп һанлы күңел асыу урындарын, шул иҫәптән аквапаркты, оҙайлы миҙгелде, яҡшы трассаларҙы һәм арзан хаҡты билдәләй.

Минустары: бейек булмаған тауҙар, ҡыҫҡа трассалар, әкрен күтәргестәр.

Телеканал "Абҙаҡ"ты ғаилә йәки компания менән ял итеү өсөн, шулай уҡ яңы башлаусылар өсөн шәп курорт тип баһалай.

Сығанаҡ: Собака.ру

Автор:
Читайте нас: