Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Ғинуар 2025, 14:00

Башҡортостанда урман янғындарын асыҡлау өсөн камералар ҡуйыла

Башҡортостанда урман янғындарын асыҡлау өсөн 10 “аҡыллы” камераға 13 миллион һум тотонола.

Башҡортостанда урман янғындарын асыҡлау өсөн камералар ҡуйыла
Башҡортостанда урман янғындарын асыҡлау өсөн камералар ҡуйыла

Шуларҙың 3-әүһе - Белорет, 2-әүһе - Ейәнсура һәм 1-ешәр камера Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында урынлаштырыласаҡ.

Тағы ла 1-әүһен Благовещен районында урынлаштыралар. Был халыҡ күпләп йәшәгән һәм антропоген йөкләнеше ҙур булған район. Үткән йылдар тәжрибәһе буйынса, урман янғындарының ҡайһы берҙәре тап ошонда ҡоро үлән һәм сүп-сар арҡаһында килеп сыға.

Камералар хәүефле объекттарҙы (ут һәм төтөн) танып ала һәм  координаталары менән бергә мәғлүмәт тапшыра ала. Яңыларын иҫәпкә алғанда, Башҡортостандың урман фонды биләмәләрендә 22 камера буласаҡ, улар 2 миллион гектарҙы биләйәсәк.

Автор:
Читайте нас