Инйәр ауылында һунарсылар, полицейскийҙар, министрлыҡ вәкилдәре бүреләрҙе табыу маҡсатында урамдарҙы патрулләүен дауам итә. Әлегә ауыл биләмәһендә йыртҡыстар табылмаған. Был турала "Башинформ" агентлығына Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
- Патруль итеү дауам итә, хәрәкәт уңайлығы өсөн ҡаргиҙәрҙәр ҡулланыла. Бынан тыш, Өфөнән Инйәргә Белорет районының дөйөм ҡулланылыштағы ерҙәрендә бүреләр һанын көйләүгә рөхсәте булған тәжрибәле һунарсылар ебәрелгән, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғәлиев.
Башинформ.