Башҡортостан гидрометүҙәге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнында тупраҡтың уртаса туңыуы 24-27 сантиметр тирәһендә тирбәлә, был норманан 10-20 сантиметрға кәмерәк. Һөҙөмтәләр буйынса, Ағиҙел йылғаһы бассейны буйынса ҡар ҡатламында һыу запасы норманан 5-37% кәмерәк. Әммә кинәт йылыныу һәм оҙайлы ямғырҙар ваҡытында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүе, уның боҙ өҫтөнән үтеүе һәм яҡын-тирәләге территорияларҙы һыу баҫыуы ихтимал.
Яҙғы ташҡынға Белорет металлургия комбинаты айырыуса яуаплы әҙерләнә, сөнки комбинаттың бер нисә цехы һәм ҡаланың бер өлөшө йылға үҙәненә яҡын, уйһыу урында урынлашҡан. Тәү сиратта комбинат белгестәре гидротехник ҡоролманың механик һәм электр ҡорамалдарына ревизия үткәрә, уның аша Белорет һыуһаҡлағысынан һыу ағыҙыла, ҡапҡалары боҙҙан иретелә, һыу үлсәү реектарының дөрөҫ ҡуйылыуын тикшерелә, ҡапҡаларҙағы үлсәү рейкалары яңыртыла. Бынан тыш, комбинат хеҙмәткәрҙәре һыуһаҡлағыстағы һыу кимәлен реаль ваҡыт режимында күҙәтә.
Киләһе этап - ҡотҡарыу сараларын техник тикшереү, авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү өсөн техника әҙерләү һәм ярҙы нығытыу өсөн бут ташы һәм ҡырсынташ запасын булдырыу. Бынан тыш, БМК территорияһын һыу баҫыуҙан һаҡлау өсөн юлдар, ямғыр ҡабул итеү урындары, ҡоҙоҡтар, һыу ағыҙыу кюветтары, һыу үткәргес канауҙар бысраҡтан таҙартыласаҡ. Апрелдә экологик өмәләр үтәсәк.
Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә 11 мартта ташҡын ваҡытында үҙ-ара эш итеү буйынса тактик-махсус күнекмәләр үтә. Металлург-ҡотҡарыусылар планлаштырылған һәр этап сиктәрендә эш алып бара: яҡын-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе һыу баҫыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә, автотранспорт, мөлкәт һәм документация эвакуацияланғанмы икәнен тикшерә. Һуңынан шартлы рәүештә зыян күреүселәргә ҡотҡарыу һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ойошторола. Күнекмәләр йомғаҡтары буйынса бөтәһе лә үҙ бурыстарын уңышлы үтәне.
Оксана Боровых,
БМК-ның тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.