Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре өмәгә, иң тәүгеләрҙән булып, иртәнге сәғәттәрҙә үк сыҡҡан. Хәйер, ҡала уртаһында урынлашҡан был күркәм бинаның ян-яғы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә иғтибарҙы йәлеп итеп, гөлт итеп тора.
- Беҙҙең берҙәм коллектив бер өмәнән дә ситтә ҡалмай. Музей яны территорияһында сәскәләр һәм башҡа үҫентеләр ултыртыу, тәрбиәләү ҙә беҙҙең иңдә. Ни тиһәң дә, ҡаланың “ҡыҙыл линияһы”нда урынлашҡанбыҙ, бик күп ҡунаҡтар килә, шуға ла даими рәүештә өмәләр ойоштороу, биләмәне тәртиптә тотоу зарур, - ти музей директоры Елена Александровна Миронова.
Ҡаланың Ленин паркы ла гөрләп тора. Бында 14-се гимназияның VII-XI класс уҡыусылары өмәгә сыҡҡан.
- Үҙебеҙгә беркетелгән территорияны йыл да килеп таҙартабыҙ. Уҡыусылар өмәләрҙә ихлас ҡатнаша, баш тартыусылар, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ. Үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарай, - ти гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Анатольевна Копытова.