Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2025, 16:27

Салауатта һауала зарарлы матдәләрҙең артыуы асыҡланмаған

Ҡалала «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына БПЛА һөжүменән һуң күсмә лаборатория эшләй.

Салауатта һауала зарарлы матдәләрҙең артыуы асыҡланмаған
Салауатта һауала зарарлы матдәләрҙең артыуы асыҡланмаған

Һауаның сифатын Салауат Юлаев, 8б һәм Беренсе Май, 18 адрестары буйынса урынлашҡан атмосфераның бысраныуын автоматлаштырылған контролдә тотоу станциялары (АСКЗА) ярҙамында күҙәтәләр. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, 12-се 30 минутҡа зарарлы матдәләрҙең артыуы асыҡланмаған.

Хәл контролдә тотола, тип хәбәр итте тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Салауат ҡалаһы мэры Марат Заһиҙуллин да хәлгә аңлатма бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, халыҡҡа бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

«Хеҙмәткәрҙәр һәм ҡала халҡы араһында зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ. Махсус хеҙмәттәр зыян күләмен баһалай. Янғынды һүндереү буйынса тейешле саралар күрелә», – тип яҙҙы ул үҙенең телеграм-каналында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-24/prevysheniya-opasnyh-veschestv-v-salavate-ne-vyyavleno-minekolgii-bashkirii-4400145

Автор:
Читайте нас