Проекттың маҡсаты - граждандар контроле һәм экологик белем биреү арҡылы Урал аръяғы ынйыһы - Талҡаҫ күленең үҙенсәлекле экосистемаһын һаҡлау һәм тергеҙеү.
Сараның төп өлөшө йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыуҙан ғибәрәт. Семинар барышында республиканың ҡала һәм райондарынан 150 экоактивист тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нигеҙҙәрен, практикала закон боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм теркәү алгоритмдарын (законһыҙ сүплектәр, ярҙарҙы бысратыу, урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә закон боҙоуҙар) үҙләштерәсәк, күҙәтеү органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итергә өйрәнәсәк.
“Маҡсатыбыҙ - йәмәғәт экология контроленең тотороҡло системаһын булдырыу. Беҙ тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары өсөн “күҙҙәр һәм ҡолаҡтар” - дәүләткә урындағы хәлде күҙәтергә ярҙам итә алырлыҡ белемле граждандарҙы әҙерләйбеҙ”, - тип билдәләне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, проект етәксеһе, “Башҡортостан Республикаһының ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Һеҙ ҙә экологик инспектор булып, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ!
Һеҙҙе 4-5 мартта Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан семинарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ғаризалар 26 февралгә тиклем ҡабул ителә.