Улар өлкәндәргә ҡар таҙартырға, утын ярырға, һыу алып килергә ярҙам итә һәм башҡа хужалыҡ эштәрен башҡара. Шулай уҡ студенттар мәктәптәрҙә спорт ярыштары ойоштора, оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Яңыраҡ 13 кешенән торған Өфө фән һәм технологиялар университетының ирекмән-студенттары “Ҡарлы десант” акцияһы сиктәрендә Инйәр һәм Көмбә ауылдарында булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың оло йәштәге яҡындарына ярҙам итте. Улар йорт-ихата тирәһен ҡарҙан таҙартты.
Был акцияның төп үҙенсәлеге ундағы кешеләрҙән тора. "Ҡарлы десант" отрядына тик изге күңелле, ярҙам итергә әҙер торған, миһырбанлы студенттар килә. Кешеләрҙең яҡты йөҙөн, рәхмәтле күҙҙәрен күреү улар өсөн ҙур ҡыуаныс. Тап ошондай кешеләр яҡты киләсәккә, мәрхәмәтлелеккә һәм изгелеккә юл аса.
Йыл әйләнәһенә ирекмән-уҡыусылар йорт эштәрендә адреслы ярҙам күрһәтә. Шәхси йорттарҙа йәшәгән оло йәштәгеләр өсөн уларҙың ярҙамы баһалап бөтөрлөк түгел.