-4 °С
Болотло
Беҙгә төрлө милләттән булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килеп ҡушылды. Һәр кем өйөнән сетка өсөн кәрәк-яраҡ алып килә. Ял иткән арала репетициялар үткәреп алабыҙ, сөнки әлеге мәлдә Сибайҙа үтәсәк “Яратам һине, тормош” бейеү конкурсына әҙерләнәбеҙ. “Байыҡ”та ла уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ. Мөнәжәттәр әйтәбеҙ, йырлап та ебәрәбеҙ. Ағинәйҙәребеҙҙең һәр береһе ихлас, әүҙем йөрөй. Уларға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Рафиға ҒӘЛИУЛЛИНА,
”Йәмәлекәй” фольклор ансамбле ағзаһы.
Инйәр.
Һүрәттә: ағинәйҙәр эш өҫтөндә.