Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Март 2023, 15:03

Онотолмаҫлыҡ сәйәхәт

Украинала хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың балаларына муниципаль район хакимиәте тарафынан ошо кѳндәрҙә ял ойошторолдо. Тѳрлѳ йәштәге балалар экскурсияға күрше ѳлкәнең Магнитогорск ҡалаһына барҙы. Юлға сығыр алдынан уларҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып ҡалды һәм балаларға матур теләктәрен еткерҙе.

Онотолмаҫлыҡ сәйәхәт
Онотолмаҫлыҡ сәйәхәт

Магнитогорск ҡалаһында йәш сәйәхәтселәргә аниматорҙар паркта экскурсия яһаны. Балалар музейҙа булды, кескәйҙәр паровоздарҙа йѳрѳнѳ. Артабан балалар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, һүрәт тѳшѳрҙѳ, пластилиндан йәнлектәр эшләне, аквагрим ысулдарын ѳйрәнде. Шулай уҡ балаларҙы Магнитогорск концерт берләшмәһенең йырсыһы, режиссер, "Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы"ның вокал буйынса преподавателе Ирина Лукашенко ҡабул итте.

Ирина Лукашенко "Иван да Марья" фолк-модерн тѳркѳмѳнѳң йырсыһы ла. Ул "Иван да Марья" тѳркѳмѳ тураһында һѳйләне, балалар йырҙар ҙа тыңланы. Был тѳркѳм Магнитогорск ҡалаһында бик билдәле, ул Халыҡ-ара, Бѳтә Рәсәй конкурстарында лауреат исемдәренә лайыҡ булған.

Тѳшкѳ аштан һуң балалар футбол ярышын ҡараны. Һуңынан караокеға ҡушылып йырланы, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сәйәхәт һуңында балаларға тәмле сувенирҙар тараттылар.

Сәйәхәт балалар күңелендә матур һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр тип ышанғы килә.

Наил Шакиров фотоһы.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: