Яугирҙарға ярҙам сиктәрендә, “Туҡланыу үҙәге” проекты етәксеһе Ынйы Әхмәҙуллина республика белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары араһында “Ҡуллама” флешмобы ойошторҙо.
Мобилизацияланғандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен формалаштырыу, киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған флешмоб 31 мартта Сермән мәктәбендә лә үтте.
Мәктәп ашханаһында ашнаҡсылар, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың туғандары көсө менән 15 килограмм ҡуллама әҙерләне. Сарала мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, “Туҡланыу үҙәге” ойошмаһы директоры Рита Абдрахманова, “Оптторг” йәмғиәте директоры Ришат Нәбиуллин, йәмғиәттең Белорет районындағы кураторы Вадим Ҡотлобирҙин, мәктәп директоры Ғаян Аҙнабаев һәм башҡалар ҡатнашты. Етәкселәр башҡалар менән бергә ҡамырын да йәйҙе, һалма ла ҡырҡты һәм һауыттарға ла тултырып һалышты.
Бындай сара республиканың 12 районында үтә. 250 килограмға яҡын ҡуллама гуманитар ылау менән махсус операция урынына ебәрелә.
Ашнаҡсылар билдәләүенсә, күңел йылыһы һалып әҙерләнгән ризыҡ тәмле лә була. Тимәк, уларҙың йөрәк һәм ҡул йылыһы милли ризыҡтар аша яугирҙарға барып етәсәк.