Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 2023 йылда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арнала.
- Фестиваль “көмөш” быуын үҙешмәкәр артистары араһында иң билдәле ваҡиғаларҙың береһе генә түгел, иң кәрәклеһе лә булып тора, тип ҡыйыу әйтергә мөмкин, сөнки өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыуға, уларҙың йәмғиәттәге ролен күтәреүгә хеҙмәт итә. 2023 йылда яратып өлгөргән фестивалде тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эштәр йылына бағышларға ҡарар ителде, - тигән ине үҙ сығышында Ленара Иванова.
Кисә Сибай ҡалаһында муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәрендә зона буйынса үткән конкурста иң лайыҡлы тип һаналған сығыштар жюри хөкөмөнә тәҡдим ителде. Сығыштарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Кадирова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фестиваль гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Юлсурина баһалай.
Белореттар ҙа республика фестиваленең төрлө номинацияларында уңышлы сығыш яһаны. “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле – фольклор ижады, “Печки-лавочки “ рус йырҙары ансамбле – инструменталь башҡарыу, “Йәмәлекәй” фольклор ансамбле - бейеү, Владимир Серегин һәм Алексей Кондратьев – вокаль башҡарыу, Валентина Клочкова – нәфис һүҙ, Гөлсара Салауатова – биҙәү-ҡулланма сәнғәт номинацияларында үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Программаны Зәлифә Әғләмова алып барҙы. Ул Иҙел башының мәҙәни тормошо менән ентекле таныштырҙы.
Тормошто яратып йәшәгеҙ!