«Егет әлегә буйҙаҡ, балалары юҡ, ҡусты-һеңлеләре күп, өс бала Егәҙе мәктәбендә уҡый. Егәҙеләр мобилизацияланғандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен ярҙамынан ташламай. Яугир рәхмәт йөҙөнән урындағы мәктәпкә ноутбук бүләк итте», — тип яҙҙы Андрей Иванюта социаль селтәрҙә.
Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Егәҙенән алты кеше саҡырылған, тағы бишәүһе контракт буйынса хеҙмәт итә. Ауыл халҡы ҡулынан килгәнсә егеттәргә ярҙам итергә тырыша.
Махсус операция башланғандан алып егәҙеләр өс тапҡыр посылкалар әҙерләгән. Ҡазанға хәрби әҙерлек үтеү урынына уны ауылдаштары Роберт Вәлиев алып барған, Ростовҡа ла барып ҡайтҡан.
Ауылда бензин генераторҙары, бензобысҡылар, башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн аҡса йыйғандар. Хәҙер Туҡан ауыл советы менән мобилизацияланған яҡташтары өсөн УАЗ автомобиленә аҡса йыя башлаған.
Ҡышҡыһын ауыл советы хакимиәте ауыл клубы мөдире Илгиз Сәғәҙәтов менән мобилизацияланған егеттең ата-әсәһенә утын бүлгән.
«Егеттәребеҙ ауылдаштарының тырышлығын күрә һәм уларҙың хәстәрлеге өсөн бик рәхмәтле. Яугирға - мәктәпкә шәп бүләк, ә ауыл биләмәһенә - берҙәм булғандары һәм яҡташтарына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм», — тип билдәләне район етәксеһе.