Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Апрель 2023, 17:52

"Сәләмәт йәшәүгә ынтылыш - уртаҡ маҡсатыбыҙ"

25 апрелдә «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

"Сәләмәт йәшәүгә ынтылыш - уртаҡ маҡсатыбыҙ"
"Сәләмәт йәшәүгә ынтылыш - уртаҡ маҡсатыбыҙ"

Бөгөнгө йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, табип-психиатр, нарколог, Бойондороҡһоҙ наркология гильдияһы президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы эксперты, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы Координация советының реабилитация буйынса эш төркөмө етәксеһе Руслан Исаев, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ҡатнашты.

Форумдың пленар өлөшөндә ауылдар конкурсты ойоштороу комитетының дипломдары менән бүләкләү, ә әүҙемселәргә Башҡортостан министрлыҡтарының, ведомстволарының рәхмәт хаттары тапшырылды. Олойылға мәктәбе директоры Гөлнар Мөсәлимова ла Мәғариф һәм фән министрлығынан Рәхмәт хаты алды.

Конференцияға ярашлы, «Айыҡ ауыл» конкурсының төп йүнәлештәре булған өс тема буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр үтте:

- «Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса муниципаль райондарҙың һәм төбәктәрҙең иң яҡшы практикалары» — бында муниципаль райондар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм конкурс әүҙемселәре ҡатнашты;

- «Башҡортостан Республикаһында наркологик ярҙам ойоштороу һәм, социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, «Минең ғаиләм» проекты буйынса ата-әсәләрҙе реабилитациялау» — был «түңәрәк өҫтәл» эшендә хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, ғаилә хеҙмәттәре белгестәре һөйләште;

- «Рәсәй халыҡтарында айыҡлыҡтың күп быуатлыҡ традициялары» - тема буйынса урындағы башҡорттар ҡоролтайҙары рәйестәре, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто, тарихи-мәҙәни үҙәктәр белгестәре фекер алышты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: