Береш халҡы Хәжәр апайға «төҙөлөш менеджеры», «мәсет продюсеры» тигән исемдәр таҡҡан. Ысынлап та, Хәжәр Мирсаяф ҡыҙының әүҙемлеге, энергияһы ташып тора, ойоштороу һәләтенә эйә. Мәсетте төҙөү башланғысы иһә бик аяныслы ваҡиғаларға барып тоташа.
- Мәсет төҙөлөшө тарихы ҙур ҡайғынан, шулай уҡ ҙур ярҙамдан башланды, – ти Хәжәр апай. – Хоҙай Тәғәлә ауылдаштарыбыҙға иҫ киткес матур сабый бүләк итте, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күп тә йәшәмәй мәрхүм булды. Ата-әсәһе әсәлек капиталын алып өлгөргәйне, уны тормош кәрәк-яраҡтарына тотонорға ҡулдары күтәрелмәне. Йәш ғаилә был аҡсаға мәсет өсөн бура һәм төҙөлөш материалдары һатып алырға ҡарар итте.
Бөтә ауыл ярҙамы менән
– Ғүмеремдең яртыһынан күберәген мин Көнбайыш Себерҙә үткәрҙем, төҙөлөш өлкәһендә эшләнем. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Улар Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ошонда төпләнде, мин дә тыуған яғыма ҡайттым. Тик ултырырға теләмәнем, пенсияла булһам да, төҙөнөргә яратам. Бер-нисә тапҡыр мәсетте урап сыҡтым, эш күләмен барланым: ҡыйыҡҡа, тәҙрәләргә, ишектәргә, тышлыҡҡа, эске биҙәлешкә, яҡтыртыуға, һыуға, мейескә аҡса кәрәк. Класташым Асия Бакированы алдым да, ауыл халҡы менәнһөйләшергә киттем, – ти Хәжәр апай.
Хәжәр ханым класташы менән туғандарын, таныштарын – бөтә ауылды урап сыға. Һәр өйҙә уларға аҡса йә төҙөлөш материалдары менән ярҙам итәләр. Береш ауылында мәсет төҙөү идеяһы бөтә халыҡты берләштерә. Ир-егеттәр һәр ял көнөндә төҙөлөшкә ярҙам итергә сыға, яҡташтары – вахтасылар ҙа ялға ҡайтҡанында ҡыйыҡты күтәрә, тышлыҡ менән көпләй, ә урындағы пенсионерҙар һәм хужабикәләр баҡсалағы уңышты һата һәм һәр бер тиненә тиклем мәсеткә тапшыра. Хәжәр апайҙың изгелек журналында барыһы ла һаҡланған: «кемдер йомортҡаны 300 һумға һатҡан...» Йәш хужабикәләр алма, урындағы солоҡсолар бал һата, хатта студенттар йәйге эш хаҡының бер өлөшөн күсерә. Алтын ҡуллы балта оҫтаһы Хәбир ағай мейес сығара, өләсәйҙәр пенсияһының бер өлөшөн тапшыра – һәр кем үҙ өлөшөн индерә…
- Әлбиттә, беҙҙең өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сығымдар булғанда урындағы эшҡыуарҙарға – Азамат һәм Фәтхислам Ғәйнетдиновтарға мөрәжәғәт иттек. Бер кем дә беҙҙән баш тартманы. Тәҙрәләр ҙә, евровагонка ла, төҙөлөш материалдары ла һатып алдылар. Сантехниканы Татарстандан балалар алып килде. Һуңынан балалар миңә интернетта төркөм булдырырға ярҙам итте. Беҙ Төньяҡта, Мәскәүҙә, Татарстанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан ярҙам һораныҡ. Төркөмгә ике меңгә яҡын кеше тупланды һәм йома һайын һәр береһе хәленән килгәнсә аҡса ебәрҙе. Дүрт йылдан Һуң Рамаҙан айында мәсетебеҙҙә тәүге аҙан яңғыраны. Таныш булмаған кешеләр ҙә ярҙам итте. Бер көндө Өфөнән бер ҡыҙ шылтыратып, ниндәй ярҙам кәрәк булыуы хаҡында һораны. Ул мәсеткә һауыт-һаба, саң һурҙырғыс һәм төҙөлөш материалдары һатып алды. Бәләкәс кенә ҡусты-һеңлеләрем дә ҡорған өсөн аҡса йыйып тапшырҙы.
– Мәсеткә ярҙам иткән ҡыҙҙың исеме – Резида Реканс ҡыҙы. Бәлки, яҙманы уҡыр, уның ярҙамын оло рәхмәт менән иҫкә алабыҙ. Күптән түгел беҙҙең ауылға Санкт–Петербургтан ҡунаҡтар килде, уларға беҙҙә тауҙар ҙа, мәсет тә бик оҡшаны. Ә бер аҙҙан Өфө рәссамы Ольга Фәттәхова беҙҙең мәсетебеҙгә картинаһын тапшырҙы. Бик матур килеп сыҡты, бына балалар килһә элеп ҡуйыуҙарын һорайым, – тип уртаҡлаша Хәжәр апай.
Ауыл халҡы берҙәмлектә көс барлығын яҡшы аңлай
Мәсет төҙөү ауылды, яҡташтарҙы тиҙ арала берләштерә. Ауыл халҡы ҙур татыу ғаилә кеүек, барыһын да бергәләп эшләй.
- Әйткәндәй, һеҙҙең аша «Инцидент-менеджмент» платформаһы белгесе Артурға рәхмәт әйтергә мөмкинме? Тик уның фамилияһын хәтерләмәйем. Беҙ уға ауылда интернет көсһөҙ, тип яҙҙыҡ, ә бер көндән ауылда бағаналар ҡуя башланылар. Шулай уҡ балалар баҡсаһында туҡланыу юҡ ине. Кескәйҙәрҙе төшкө ашҡа ата-әсәләре алып ҡайтып, һуңынан кире алып бара ине, уңайһыҙ ине. Артурға тағы хат яҙҙылар һәм бер көндән аш-һыу плитәләрен ҡуя башланылар, кәстрүлдәр алып килделәр һәм ашнаҡсы ялланылар. «Инцидент» командаһына рәхмәт! Ауылды ишетәләр, төпкөлдә йәшәү тойғоһо юҡ. Йәштәр китмәй, бында эш бар. Хатта башҡа ауылдарҙан да миҙгелле эшкә киләләр. Йорт булмаһа, һәр ваҡыт буш өй табырбыҙ, – ти йылмайып Хәжәр апай.
Балалар йортона бер йәшник алма алып барырға ҡарар итә һәм биш йәшлек Валера менән ҡайта.
Хәжәр апай тураһында ауылда күптәр әүҙем кеше һәм өс бала тәрбиәләгән иҫ киткес әсәй тип белә. Өлкән улдары Алексей – ирекле көрәш буйынса тренер, ҡыҙҙары Әлфиә киң мәғлүмәт сараларында эшләй, ә кесе улы Валераға Хәжәр апай 53 йәшендә әсәй була.
- Валера үҫте, Аллаға шөкөр, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Уҡыуын тамамлап, хәҙер IT-өлкәлә эшләп йөрөй. Мин пенсияла инем, май байрамдарында Сермән балалар йортона йәшник менән алма алып барырға булдым һәм шунда Валера менән таныштым. Уға биш йәш, етди ҡарашлы ине, – тип йылмая Хәжәр апай. - Оҙаҡҡа һуҙмай, документтарын юллай башланым. Валераны каникулда ҡунаҡҡа алып ҡайттым. Мәктәпкә ул инде бында барҙы. Ейән-ейәнсәрҙәрем үҫә, бүләсәрем бар, бал ҡорттары тотам, сәскәләр үҫтерергә яратам, ҡайһы берҙәре ике метр бейеклеккә етә. Ә балаларҙы бер–береһе менән татыу йәшәргә, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, өҫтәлдәге икмәкте, баш өҫтөндәге ҡыйыҡты ҡәҙерләргә һәм көҙгөһөн яңы банкаларҙы кире ҡайтарып бирергә өйрәтәм, – тип көлә Хәжәр апай.
Мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы Тәғәлә Йәннәттә йорт төҙөй
Хәжәр Мирсаяф ҡыҙы Береш мәсетендә яңғыраған бөтә доғалар ҙа төҙөлөштә ярҙам иткән һәр кемгә мәрхәмәт, шатлыҡ һәм бәхет менән ҡайтыр, тип ышана.
- Барыбыҙға ла, тәү сиратта Береш ауылы халҡына, ир-егеттәребеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, пенсионерҙарыбыҙға, балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә, ауыл ҡунаҡтарына һәм эшҡыуарҙарыбыҙға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, - ти ул. – Аллаһы Тәғәлә уларҙың доғаларын ишетһен һәм уларға бөтә юлдарҙы һәм ишектәрҙе асһын. Мәсеттә эш бар әле – яҡтылыҡ үткәрергә, һыу үткәрергә, бинаны көпләргә һәм ҡойма ҡуйырға хыялланабыҙ. Иң мөһиме, өҫтәл тора, ултырғыстар бар һәм доғалар яңғырай! Ҡалғаны ла буласаҡ, Алла бирһә. Амин! Мәсет өҫтәленә табын әҙерләгән бөтә ҡыҙҙарға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтәм. Әҙерләнәләр, бәлештәр килтерәләр, һурпа, былау әҙерләйҙәр һәм бөтә ауылды һыйлайҙар.
Ғәйәт ҙур изге эште – мәсет төҙөлөшөн башлап ебәргән ғаилә тормош ауырлығынан һынып ҡалмай, бөгөн гөрләтеп донъя көтә. Улар фермер хужалығын аса, яңы көс табып йәшәй. Уларҙың эштәре алға бара. Берештә урын етмәй, бизнесты киңәйтеү өсөн районға күсеп китәләр. Хәҙер үҙ эшен уңышлы алып баралар, ә байрамдарға Берешкә ҡайтып йөрөйҙәр.
- Беҙ уларҙы бөтә ауыл менән бик ҡәҙерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ә диплом һәм миҙал өсөн рәхмәт, мәсеткә алып барам – был беҙҙең дөйөм награда! «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты», яҡшы проект уйлап тапҡандар, изге эштәр һәр ваҡыт берләштерә! - ти Хәжәр апай.
Көҙөн миңә банкыларҙы ғына ҡайтарығыҙ
Хәжәр апа беҙҙе – ҡунаҡтарҙы ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡалды – үҙенең умартаһынан башҡорт балын һәм үҙе эшләгән тоҙланмаларҙы тотторҙо: "Тәлғәт Сафа улы Тажетдин да һеҙҙең мәҡәләне уҡыясаҡмы? Әгәр шулай икән, уны беҙҙең мәсеткә хөрмәтле ҡунаҡ итеп саҡырырға мөмкинме? Килһен, беҙҙең өсөн ҙур байрам буласаҡ. Ә беҙҙең һый-хөрмәтте алығыҙ, баш тартмағыҙ, был бит күстәнәс, көҙөн миңә банкыларҙы ғына ҡайтарығыҙ, – тип көлә ул.
* * *
«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм республиканың «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Автор: Алһыу Ғәйфуллина