Биналарҙың заманса комплексы дауалап булмаҫлыҡ сир менән яфаланған өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн эшҡыуарҙарҙың һәм айырым кешеләрҙең иғәнәләренә төҙөлгән. Был Рәсәйҙә ошондай махсуслашыу өсөн проектланған берҙән-бер учреждение. Күп компаниялар проектға үҙҙәренең хеҙмәте һәм продукцияһы менән хярҙам итте. Улар иҫәбендә «Газпром төбәк-ара газ Өфө», «Башинформсвязь», «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы», «ИСК», «Астро-лифт», «Уфагорсвет», «Горзеленхоз». «Башҡортостан сода компанияһы» хоспис төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән.
Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандары өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған.
Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров яңы объекттың биналарын ҡараны һәм Өфө хосписының эшенә старт бирҙе. Федерация Советы рәйесе хоспис, проектлаусылар, медицина хеҙмәткәрҙәрен, төҙөүҙе яҡлап сыҡҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошо учреждениены булдырыу башланғысы өсөн рәхмәт белдерәм. Бина махсус рәүештә хоспис өсөн төҙөлгән. Ул изге бурыс үтәйәсәк – ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү, – тине Валентина Матвиенко. – Был ысын башҡорт халыҡ проекты, сөнки хоспис хәйриә аҡсаларына, иғәнәләргә төҙөлгән. Был да мөһим миссия – кешеләрҙе берләштереү. Бында эшләйәсәк табиптарға, дин әһелдәренә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә – айырыуса рәхмәт. Улар бинаны йылылыҡ һәм уңайлылыҡ менән тултырасаҡ, мохтаждарға ярҙам итәсәк.
Валентина Матвиенко коллективҡа учреждениеның сенсор бүлмәһен ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бүләк сертификаты тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы хоспис проектын хуплаған бөтә меценаттарға рәхмәт белдерҙе.
– Был мөһим объект халыҡтың дөйөм ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Уны төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән предприятие етәкселәренә рәхмәтемде белдерәм. “Башҡортостан сода компанияһы”на айырым рәхмәт. Уға төп финанс йөкләмәһе ятты. Шуныһы мөһим: беҙ хосписты изге көндә асабыҙ. Бөгөн изге Ҡорбан байрамы, Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре Форумына ике илдең күп кенә ҡалаларынан һәм төбәктәренән яҡшы дуҫтарыбыҙ йыйылды, - тине Радий Хәбиров. – Төҙөлөш башланғанда беҙ әйткән төп һүҙҙәр: хоспис – ул ғүмер тураһында. Асылда, был беҙҙең проекттың төп маҡсаты. Бында көлөүҙәр булыр, тип ышанам, хатта иң ҡыйын хәлдә лә бында өмөт килеп тыуыр һәм, бәлки, Алла бойорһа, сирле кешеләр һаны аҙыраҡ булыр.
Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров алдында учреждениеның попечителе, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, «Ышаныс» хоспистарға ярҙам хәйриә фондын ойоштороусы Нюта Федермессер һәм Өфө хосписы етәксеһе Радмила Сурначева уның символик таҫмаһын киҫте.
Медицина учреждениеһы тәүге пациенттарҙы июлдә ҡабул итә башлаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.