Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ һаҡлау комиссарына - таҡтаташ

Сермәндә Башҡорт АССР-ның Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Кинйәбай Ишмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Һаулыҡ һаҡлау комиссарына - таҡтаташ
Һаулыҡ һаҡлау комиссарына - таҡтаташ

Дәүләт эшмәкәре, Тамъян-Ҡатай кантоны Башҡарма комитеты рәйесе, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Сермән ауылында тыуған. Туғыҙ йәшенән эшләй башлай. 1911 йылда тыуған ауылында ике синыфлы урыҫ-башҡорт училищеһын тамамлай. Ошо уҡ ауылда педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә һаулығы насарайыу сәбәпле, бер йылдан уҡыуҙы ташларға тура килә.Ағас ҡырҡыу эшендә, заводтарға күмер ташыу менән шөғөлләнә.  Көнсығыш, Урал һәм Польша фронттарында Башҡорт бригадаһы эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. .

1928 йылда Кинйәбай Ишмөхәмәтов Тамъян-Ҡатай кантонының башҡарма комитеты рәйесе итеп ҡуйыла. 1930 йылда Игенселек наркомы итеп тәғәйенләнә, әммә был вазифала оҙаҡ эшләмәй, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары вазифаһына күсерелә. Уның башланғысы менән 1933 йылда Өфөлә медицина институты, Республика клиник хәстәханаһы, фармацевтик заводы, Белоретта тубдиспансер асыла.

1937 йылдың 26 сентябрендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан, 27 ноябрҙә атып үлтерелә.

1956 йылда реабилитациялана. Уның ҡатыны Ғәйниямал 10 йылға Омскиға һөргөнгә ебәрелә. Улдары Лев Кинйәбай улы Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, шул уҡ институтта уҡыта.


Таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашыусылар Сермән модель китапханаһында, Сермн врач амбулаторияһында, Урал спорт инвентарҙары заводында, крапйҙ өйрәнеү музейында булды. Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм Һаулыҡ һаҡлау комиссарының ейәнсәре, табип  Асия Вәкилеваға бирелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: