Файҙалы эштәр йылы
21 Ноября 2023, 06:12

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

"Ағинәйҙәр" йәмәғәт берекмәһе ағзалары һәм Инйәр ауылының битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙарыбыҙға ун килограмм самаһы һалма әҙерләне.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Ҡатын-ҡыҙҙар райондың Инйәрҙең мәҙәниәт йортонда йыйылып, бер нисә сәғәт эсендә тәмле һалма әҙерләй.  Ул яҡын арала гуманитар ярҙам конвойы менән фронтҡа оҙатыласаҡ. Был хәстәрлек яугирҙарға  иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп эшләнелгән изге акция. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас