Бөтә яңылыҡтар

Күп балалы ғаилә саҡ утта янмай ҡала

Төн уртаһында ҡатын сағыу яҡтылыҡтан уянып китә һәм һыуытҡыс артында ялҡын күрә.

Күп балалы ғаилә саҡ утта янмай ҡала
Күп балалы ғаилә саҡ утта янмай ҡала

Әсә дүрт балаһын уята һәм улар менән урамға йүгереп сыға. Күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡырған була.

 Ут 47 квадрат метрлыҡ ағас төкәтмәле йортто ялмап ала. Утты 6 янғын һүндереүсе һәм 2 берәмек техника һүндерә. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән.

Шуныһы мөһим: күп балалы ғаиләгә бушлай янғын хәбәр итеүсе ҡорамал бирелгән булған. Янғын сыҡҡан ваҡытта приборҙа батарея булмай.  Әгәр ҡорамал эшләп торған булһа, ул ҡатынды иртәрәк уятып, мөлкәтте ҡотҡарып булыр ине.

 

Автор:
Читайте нас: