Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
28 Июль 2021, 11:13

Еңеүселәр аҡсалата приз аласаҡ

Башҡортостан Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тип аталған вайндар, мемдар, видеороликтар конкурсы иғлан итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Номинацияларҙың береһендә еңгәндәр аҡсалата приз аласаҡ: I урынға – 50 мең һум, II урын өсөн – 30 мең һум, III урынға 20 мең һум ҡаралған.

Ҡатнашыу ваҡыты: 27 июль – 26 август.  

Ҡатнашыу шарттары:

1) вайндар һәм видеороликтар төшөрөп, мемдар уйлағыҙ;

2) @mass_media_rb билдәһе аҫтында социаль селтәрҙәргә һалығыҙ;

3) #вместевируспобедим, #язавакцинацию хэштегтарын ҡуйығыҙ.

Конкурс ҡағиҙәләре һәм шарттары Башҡортостан Журналистар союзы сайтында баҫылған. Ғариза һәм эшегеҙҙе  journalist-rb@yandex.ru   электрон адресына ебәрегеҙ.

“Конкурс_Вместе вирус победим!” тип хат темаһына яҙығыҙ. Исем-шәрифегеҙҙе күрһәтегеҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: 218-07-83.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас