National Geographic Traveler журналы Рәсәйҙең туристик мөмкинлектәренә бағышланған “Рәсәй хазиналары” конкурсына онлайн тауыш биреү ваҡытын оҙайтты. 31 октябргә тиклем һәр теләгән кеше тауышын яратҡан төбәгенә һәм уның брендына бирә ала.
Проект иҫтәлекле, билдәле урындарҙы һәм объекттарҙы билдәләп кенә ҡалмай, Рәсәй туристик картаһында яңы нөктәләр асырға булышлыҡ итә.
Тауыш бирең 10 номинацияла үтә: «Тәбиғи объект”, “Туристик һуҡмаҡ” , “Экскурсия маршруты”, “Йылға һәм диңгеҙ круизы”, “Мәҙәни-тарихи объект”, “Йәмәғәтселек урыны”, “Пляж курорты”, “Милли аш-һыу”, “Халыҡ кәсептәре”, “Традицион байрам”.
Башҡортостан Республикаһы конкурстың ун номинацияһында ла ҡатнаша.
«Тәбиғи объект» – «Янғантау» геопаркы https://russia.nat-geo.ru/nominations/prirodnyj-obekt/
«Туристик һуҡмаҡ» – Көньяҡ Урал һуҡмағы https://russia.nat-geo.ru/nominations/turisticheskaya-tropa/
«Экскурсия маршруты» – «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» https://russia.nat-geo.ru/nominations/ekskursionnyj-marshrut/
«Йылға һәм диңгеҙ круизы» – Башҡортостан йылғалары буйлап ағыу https://russia.nat-geo.ru/nominations/rechnoj-i-morskoj-kruiz/
«Мәҙәни-тарихи объект» – Шүлгәнташ мәмерйәһе https://russia.nat-geo.ru/nominations/kulturno-istoricheskij-obekt/
«Йәмәғәтселек урыны» – «АРТ-КВАДРАТ» ҡала үҙәге https://russia.nat-geo.ru/nominations/obshestvennoe-prostranstvo/
«Пляж курорты» – «Ҡандракүл» тәбиғи паркы https://russia.nat-geo.ru/nominations/plyazhnyj-ozdorovitelnyj-ili-rekreacionnyj-kurort/
«Милли аш-һыу» – башҡорт солоҡ балы https://russia.nat-geo.ru/nominations/nacionalnaya-kuhnya
«Халыҡ кәсебе» – башҡорт кейеҙе https://russia.nat-geo.ru/nominations/narodnyj-promysel/
«Традицион байрам» – «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкциялау фестивале https://russia.nat-geo.ru/nominations/tradicionnyj-prazdnik-sobytie-ili-festival/
Тауыш биреү 31 октябрҙә тамамлана. Һөҙөмтәләр ноябрҙә билдәләнә һәм Nat-geo.ru сайтында һәм National Geographic Traveler журналында баҫылып сыға.