Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
20 Октябрь 2021, 15:56

Башҡорт балы, өсмөйөшө һәм башҡа брендтар өсөн тауыш бирәйек!

Бөгөн төбәк аҙыҡ-түлек брендтарының «Рәсәй тәмдәре» милли конкурсында халыҡ тауыш биреүе башланды.

Башҡорт балы, өсмөйөшө һәм башҡа брендтар өсөн тауыш бирәйек!
Башҡорт балы, өсмөйөшө һәм башҡа брендтар өсөн тауыш бирәйек!

20 октябрҙән 7 ноябргә тиклем һәр төбәк халҡы үҙҙәренә оҡшаған өс брендҡа тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа үтергә https://russiantastes.ru/ һәм исемлектән төбәкте һәм брент атамаһын һайларға кәрәк.

«Башҡортостанда аҙыҡ-түлек брендтары традицион рәүештә һанап бөткөһөҙ, - тине БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Төбәктә продукция етештереп кенә ҡалмайҙар, шулай уҡ унан тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек етештерәләр. Былтыр «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһында беҙгә призлы урындарға саҡ ҡына ҡалған ине. Башҡорт балы еңеүенә бер аҙ ғына тауыш етмәне. Хәҙер еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк».

Әле ярышта республиканы 15 бренды күрһәтә. Улар «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостан шоколады», «Башҡорт соусы», «Ҡаҡланған страус филеһы», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм конкурстың былтырғы миҙгелендә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсеһе - «Башҡорт балы».  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә барыһына ла республиканың яратҡан аҙыҡ-түлек брендтары өсөн тауыш бирергә саҡырҙылар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: