Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
28 Октябрь 2021, 12:27

Башҡорт уйындары – “Бәйге” башланды!

Башҡортостан юлдаш телеканалында яңы телевизион проект – “Бәйге” башҡорт уйындары буйынса беренсе чемпионат башлана.

Башҡорт уйындары – “Бәйге” башланды!
Башҡорт уйындары – “Бәйге” башланды!

Һигеҙ башҡорт ырыуы төп приз – Еңеүсе шлемы һәм 150 мең аҡса өсөн көс һынашасаҡ. Көн һайын 18.15-тә Башҡортостан юлдаш телеканалында башҡорт уйындары буйынса ярыш ҡарағыҙ. Уйындарҙы ойоштороусы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конгресы.
Ойоштороусыларҙың береһе Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, Яңауыл районында 5 июндә башланған Башҡорт уйындары бәйгеһе Туймазыла дауам иткән. Был мөһим сара башҡорт халҡы һәм милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Һәр команда бер башҡорт ырыуынан сығыш яһай. Бәйгелә Башҡортостан, Пермь һәм Силәбе өлкәләренән Табын, Йылан, Юрматы, Ҡаңлы, Балыҡсы, Ғәйнә, Ҡырғыҙ һәм Уран ырыуҙары ҡатнашырға теләк белдергән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: