Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
26 Декабрь 2021, 15:11

Асыла - Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады

24 декабрҙә Асы ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙҙы. Тәүге тапҡыр үткәрләгән парадта тиҫтәләгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашты.

Парад ауыл мәҙәниәте бинаһы янынан башланып Берғат, Олойылға, Таш бесән, Мөбәрәков, Утар урамдарында туҡталыштар яһап, Үҙәк урам майҙанына тиклем хәрәкәт итте. Һәр урам байрамға үҙенсәлекле әҙерләнергә тырышҡан. Байрам сараһы фейерверк һәм төп шыршыла уттар ҡабыныуы менән тамамланды.

- Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һәр урамдың Ҡыш бабайына сертификаттар тапшырылды. Сара ойошҡанлы, матур, оҙаҡ йылдарға ауыл халҡы күңелендә ҡалырлыҡ итеп үтеүҙ Асы ауылы эшҡыуарҙары Ә. Сәлимов, Г. Юлаева, М. Титова, М.  Мәхмүтова ярҙам итте, - ти байрам тамашаһын ойоштороусылар.

Артабан байрам ауыл урамдарында дауам итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: