-6 °С
Ясна
Ауылдарҙың өс майҙанында халыҡ күп йыйылды һәм һәр төркөм Яңы йыл тамашасаһы әҙерләне. Өҫтәлдәр милли аш-һыуҙың күплегенән, төрлөлөгөнән һығылып торҙо. Ололар ҙа, балалар ҙа маскарад кейемдәрендә тамашаға килгән.
Ҡар һындарын эшләү, йорттарҙы биҙәү буйынса конкурстарға йомғаҡ яһалды. Ҡырҡтан ашыу йорт конкурста ҡатнашты.
Сәй табыны артында аралашып, гармунсыларҙың йырҙарын тыңлап, тәмле былауҙан ауыҙ итеп, күңел булғансы бейеп ялдарын үткәрҙе аҙналылар һәм ҡаҙыштар.
Әгәр ҙә юлығыҙ төшә икән, һуғылып китегеҙ, ауылдаштар булдырған матурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ!