Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
11 Ғинуар 2022, 00:36

Балыҡ, ҡап, яр башында ялтырап ят!

Ошо көндәрҙә Инйәр район мәҙәниәт йорто ауыл хакимиәте менән берлектә Николай Талменев исеменә балыҡ тотоу буйынса  "РыбаLOV" I Асыҡ район турниры үткәрҙе. Ярышта 41 балыҡсы ҡатнашты.

Балыҡ, ҡап, яр башында ялтырап ят!
Балыҡ, ҡап, яр башында ялтырап ят!

Ҡышҡы балыҡ тотоу турнирында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, муниципаль район Советы секретары Альберт Азаматов, Инйәр хакимиәте башлығы Алена Кучербаева ҡатнашты һәм йыйылыусыларҙы байрамдар менән ҡотланы, турнирҙа ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Турнир асыҡ тип иғлан ителеү менән балыҡсылар үҙҙәренә оҡшаған ерҙән урын алды. Кемгәлер  балыҡ тиҙ генә эләкте, кемгәлер оҙағыраҡ ултырырға тура килде. Шулай ҙа, Инйәрҙән Айгиз Искаҡовҡа бәхет нығыраҡ йылмайҙы. Ул “Иң яҡшы балыҡсы-2022” титулына лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Асынан Арслан Шәрипов һәм Асҡын районы балыҡсыһы Дмитрий Чернцов бүлеште.

“Беренсе балыҡ” номинацияһында  – Айнур Нусратуллин, “Йәш балыҡсы” – Магнитогорск ҡалаһынан Вадим Хәлимов, “Тәжрибәле балыҡсы” – Николай Усачев, “Иң бәләкәй балыҡ” – Татьяна Федорова,  “Иң ҙур балыҡ” – Дмитрий Чернцов, “Балыҡсы ҡатын-ҡыҙ”  номинацияһында Динә Миһранова билдәләнде. Ҡалған ҡатнашыусыларға Дипломдар тапшырылды.
Турнирҙа балыҡсылар ғына ҡатнашып ҡалманы, сағыу концерт менән урындағы үҙешмәкәрҙәр ҙә сығыш яһаны.

Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлаған. Жюри уларҙы баһалаған мәлдә “Олимп” физик культура-һауыҡтырыу комплексы коллективы ғаиләләр араһында спорт ярыштары ойошторҙо. Шаһимырҙановтар – I, Башаровтар ғаиләһе – II һәм Ғүмәровтар, Шафиҡовтар III урындарҙы яланы.

Ҡунаҡтар өсөн ялан кухняһы ла эшләне. “Инйәр” кафеһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән эҫе сәй һәм тәмле ризыҡтар менән һыйланды, Район мәҙәниәт йорто коллективы яңы тотҡан балыҡтан бешергән аштан ауыҙ итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: