Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
29 Ғинуар 2022, 11:48

"Ҡурай даны" премияһы кемдәрҙә?

Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телепремияһын тапшырыу тантанаһы үтте. 

"Ҡурай даны" премияһы кемдәрҙә?
"Ҡурай даны" премияһы кемдәрҙә?

Үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау, һаҡлау, популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү маҡсатында үткәрелгән “Ҡурай даны” милли телепремияһы бынан дүрт йыл элек “Ҡурай-ТВ” йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырыла.

2020–2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — “Ҡурай” телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелде. Был юлы “Ҡурай даны” икенсе милли телепремияһы туғыҙ номинацияла билдәләнде.

Белорет районынан Гөлнур менән Сәлим Асҡаровтар - “Миһырбанлы ғаилә”, Учалы районынан Альфред Мөхөтдинов - “Ер кешеһе”, Әбйәлилдән табип-онколог Ренат Мәһәҙиев - “Һөнәр оҫтаһы”, Өфөнән кафе хужаһы Рита Абдрахманова һәм "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт кәсептәре" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова - “Эшлекле ханым”, Әбйәлил районынан Мансур Усманов - “Ҡул оҫтаһы”, Баймаҡ ҡалаһынан Илүзә менән Артур Иҫәновтар - “Ижади ғаилә”, Ейәнсура районынан Гүзәл менән Хәмит Ҡыуатовтар, Ишембай районынан Алһыу менән Рөстәм Хәсәновтар - “Спорт ғаиләһе”, Өфө районының Шамонин ауылынан биатлон буйынса тренер Айгөл Хәкимова, Мәсетле районынан хоккейҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән Фирғәт Мөниров - “Йыл тренеры”, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов “Йыл режиссеры” номинацияһына лайыҡ булды.

Рәмилә Мусина фотолары. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: