Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
3 Февраль 2022, 12:20

Башҡорт ғаиләләре һынау тота

Төбәктә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” II Асыҡ республика конкурсы дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берләшмәләре халыҡ-ара союзы, Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте тарафынан ойошторолған конкурстың маҡсат-бурыстары - илдә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, йәмғиәттә ғаилә статусын күтәреү, әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен тәрбиәләү, башҡорт фольклорын һаҡлау, үҫтереү, башҡорт ғаиләһенең ижтимағи һәм социаль әүҙемлеген хуплау.

Башҡорт ғаиләләре һынау тота
Башҡорт ғаиләләре һынау тота

Конкурс өс этапта уҙғарыла. Тәүге муниципаль һәм зональ этап онлайн-форматта ойошторолған. Мәртәбәле ярышта ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияларында үҙ көстәрен һынай.

Иҙел башынан “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында - Шығай ауылынан Сәғирә һәм Фәнил Ғәлиуллиндар, “Ғаилә кәсебе” номинацияһында Үткәлдән Фәрзәнә һәм Ришат Хәйбуллиндар ҡатнаша.

Баһалама комиссияһы ағзалары ғаиләләрҙең ижади видеороликтарын ҡарап, 10 февралгә тиклем финалға сығыусыларҙы билдәләй. Конкурстың республика этабында еңеүселәр иһә 25 февралдә асыҡлана.

Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙа. Ете зонанан финалға сыҡҡан 21 ғаилә Гала-концертта конкурс эштәренең береһен халыҡ хөкөмөнә сығара. Үҙ сиратыбыҙҙа, райондаштарыбыҙға уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: