Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
19 Февраль 2022, 22:26

Ҡыш бабай бүләктәр таратыуын дауам итә

Ҡыш бабайға китергә ваҡыт етә. Ул әле һаман да бүләктәрен таратыуын дауам итә.

Ҡыш бабай бүләктәр таратыуын дауам итә
Ҡыш бабай бүләктәр таратыуын дауам итә

Яңы йыл байрамдары мәлендә райондаштар үҙҙәрен ижади һәм креатив кешеләр итеп күрһәтте. Йорттары алдында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл символы Юлбарыҫ, йәнһүрәт геройҙары һындарын яһап ҡуйҙы, йорттарын биҙәне. Байрам кәйефен үҙҙәренә генә түгел,ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн дә булдырҙылар.  

Егәҙе ауылынан  Ғилмановтар иң активы булды.

“Боҙ һындар” номинацияһы
1 урын – Егәҙенән Юлиә һәм Данил Ғилмановтар

2 урын – Егәҙенән Рәзилә һәм Миннула Ғилмановтар

3 урын – Рысыҡайҙан Илфат Латипов һәм Сосновканан  Салауат Һәбәтуллин.

 

“Минең яңы йыл йортом” номинацияһы

1 урын – Уҫманғәленән Зөһрә Салауатова

2 урын – Егәҙенән Эльвира һәм Рауил Ғилмановтар

3 урын – Тирләндән Татьяна Ғәзизова, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Рәшит Сафуанов.

 

“Минең тылсымлы ауылым”

1 урын – Инйәр

2 урын – Тирлән

3 урын – Үрге Әүжән.

Конкурс Белорет районы  депутаттар Советы тарафынан үткәрелә. Бүләкләнеүселәр МСаҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата бүләктәр менн билдәләнде.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: