Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
24 Февраль 2022, 14:34

Иң-иңдәр билдәләнде

Ҡаланың 1-се мәктәбендә иң мәртәбәле, абруйлы ярышнамәләрҙең береһе - “Йыл педагогы - 2022” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.

Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде

Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫар Илгиз Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина һәм башҡа ҡунаҡтар, педагогтар ҡатнашты.

Йәш быуынды тәрбиәләү, белем биреү, киләсәккә юл күрһәтеү ише үтә яуаплы, ҡатмарлы бурыс-маҡсаттарҙы иңдәренә артмаҡлаған һөнәр эйәләре быйыл да үҙҙәрен һынатманы. Конкурстың һәр этабы остаздарҙы белеме, тәжрибәһе, донъяға ҡарашы, ижади һәләте, шәхесен билдәләгән сифаттары йәһәтенән нарыҡларға мөмкинлек бирҙе. “Йыл уҡытыусыһы - 2022”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияларында быйыл йәмғеһе 24 педагог баһаланды.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, “Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында 11-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Валентина Рябова - II, 5-се балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Алена Сучкова I урын яуланы.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһында 2-се Инйәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслимә Ғәрифуллина - III, 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Зыкрина - II, Сосновка мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Әбсәләмова I урынға лайыҡ тип табылды.

Эш тәжрибәһе биш йылдан кәм булған йәш педагогтар араһында “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында 21-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталия Роднова еңеүсе тип нарыҡланды.

“Йыл уҡытыусыһы - 2022” номинацияһында ҡала лицей-интернатының музыка уҡытыусыһы Олеся Басирова - III, 8-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльмира Баҡыева - II, 16-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы Людмила Сухова I урындар менән билдәләнде.

“Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Туризм үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Любовь Ручкина, Йәш натуралистар станцияһының өҫтәмә белем биреү педагогы Гөлкәй Ниғмәтуллина, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Светлана Еркина - III, Туризм үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Рязанова - II, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Евгения Адакина I урындарға лайыҡ булдылар.

“Йыл педагогы - 2022” һөнәри оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә ойошторолған “Тамашасы һөйөүе” призына онлайн тауыш биреүҙә 5-се балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Алена Сучкова еңеү яуланы.

Барлыҡ ҡатнашыусылар, еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, изге теләктәр менән тәбрикләнде.

Район-ҡала мәктәптәре уҡыусыларының йырлы-моңло сығыштары менән үрелеп барған тулҡынландырғыс сара һәммәһенә лә яҡшы байрам кәйефе, рух күтәренкелеге бүләк итте.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: