Бөтә яңылыҡтар

Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойошторола.

Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар
Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Был конкурс башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткәрелә, аныҡ көнө әлеһә билдәһеҙ.

Конкурста ҡатнашыусылар ике этапта баһалана: тәүҙә ҡымыҙ бешеүсенең теоретик белеме тикшерелә, һуңынан эсемлектең сифатына баһа бирелә.

Кем күберәк балл йыйған, шул еңеүсе тип таныла.

Конкурста иң өлкән ҡатнашыусы, иң йәш ижади ҡатнашыусы, продукцияны үҙенсәлекле итеп биҙәгән өсөн бүләктәр һәм тамашасылар һөйөүе призы ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: