Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙекеләр – мәргәндәр!

Учалы районының Ғәҙелша ауылы янында "Ай, Уралым, Уралым!" этнофестивале сиктәрендә “Баҡшай мәргәне” турниры үтте.

Беҙҙекеләр – мәргәндәр!
Беҙҙекеләр – мәргәндәр!

Турнир дүртенсе тапҡыр ойошторолоп, өс көн дауамында уҡсылар үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе һәм Екатеринбургтан 50-ләр мәргән ҡатнашты. Тәүге тапҡыр башҡорт ырыуҙары араһында ярышты.

Быйыл барлығы биш номинация – “Ҡарас сәсән” (дистанциялар – 70 м.,  93 м., 140 м.), “Ырыуҙар турниры” (командала 4-шәр кеше), “Ғаилә турниры” (14 ғаилә пары), “Азиянан Европаға” (Урал йылғаһы аша уҡ атыу) ?әм “Баҡшай мәргәне” булды.
Ҡарас сәсән исемендәге призға милли яндан уҡ атыусылар турнирында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе урынды Белореттан Айгөл Ғәлиуллина яуланы.

22-24 июлдә Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында Волга буйы болғарҙары менән ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса «Тыуған батыр» Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы.

Турнирҙың төп маҡсаттары — халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, ғәҙәти уҡтан атыуҙы популярлаштырыу. Көн дауамында бөтә Рәсәй турнирына килеүселәр өсөн йәрминкә, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, шулай уҡ теләгән һәр кем һөңгө ташлауҙа, төрлө типтағы уҡтан атыуҙа үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Шулай уҡ асыҡ һауала «Ибн Фаҙлан» документаль фильмының премьераһы уҙҙы. Бәйгелә Дағстан, Башҡортостан, Удмуртия республикаларынан, Әстерхан, Һамар өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандың күп кенә район һәм ҡалаларынан 65 уҡсы ҡатнашты.
Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы булды.

«Яңы башлап тороусылар» номинацияһында Рәил Ғәлиуллин еңеү яуланы.

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: